Рус мәктәптәренең
9-сы классуҡыусылары өсөн башҡорт дәүләт теленән
имтиханға билеттар
Билет № 1
1. “ Минең ғаиләм”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
”Урманда ни өсөн йылы?”
Ҡышҡы һыуыҡ көн. Әсләмурамда йөрөнө лә өшөп өйгә инде. Атаһы урманға
китергә әҙерләнә ине.
- Улым, әйҙә, урманға икәүләп барайыҡ.
- Һыуыҡ бит, атай, өшөтә!
- Өшөтмәҫ! Урманда йылы була ул.
Әсләм ышанманы. Шулайҙа атаһы менән урманға китте.
Атаһы урманда ҡороағастарҙы бысып ауҙара. Әсләм ботаҡтарын ботай. Атаһы ағастарҙы ҡыҫҡа итепбыса. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Эшләй торғас, уға эҫе була башланы.Бүркенең ҡолаҡтарын күтәреп бәйләне. Малай атаһынан:
- Ни эшләп урманда йылы була ул, атай? – тип һораны.
- Утын күп булғанға, - тип яуап бирҙе атаһы.
3. Бирелгән һүҙҙәргәкүплек ялғауҙары өҫтәргә һәм ҡуйылышын аңлатырға:
Мәктәп, саңғы, малай,урам, диңгеҙ, синыф.
Билет № 2
1. “Үҙем тураһында”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Сәскә - тормош йәме.
Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе үгәй инәй үләне сәскәләнә, унан умырзая сыға.
Сәскәләр йылдан-йыл аҙая, сөнки кеше уларҙы күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.
Сәскә - тормош йәме.Уларға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ.
3. Ниндәй? һорауына яуап биргән10 һүҙ яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә.
Билет № 3
1. “Китапханала” темаһына диалог төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Бөрйән яҡтары.
Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Бейек тауҙар болоттарға тейеп торған кеүек күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы бик тәмле. Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, етеҙ тейендәр йәшәй.Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә.
3. Бирелгән һүҙҙәрҙеңантонимдарын табырға
Һыуыҡ – матур -
Көн – йәй -
Алыҫ – яй-
Ҡаты – килде –
Билет № 4
1.“Яҙ етте” темаһынатекст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Ҡыш яҡынлаша.
Ағас япраҡтары һарғайҙы. Йүкә, саған, ҡайын ағастары япраҡтарын ҡоялар. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ямғырҙар тәүлекләп, аҙналап яуа. Күпселек ҡоштар алыҫ юлға йыйына. Яр ҡарлуғастары, торналар, сыйырсыҡтар көньяҡҡа йүнәлделәр. Оҙаҡламай төньяҡтан беҙгә ҡыҙыл түштәр осоп килерҙәр. Ҡуяндар, бурһыҡтар, тейендәр, айыуҙар, бүреләр тундарын алмаштыралар.
3. Ҡылымдарҙы хәҙерге заманда яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә:
әйтергә, сығырға,һөйләргә, йүгерергә, хушлашырға, йәшәргә.
Билет № 5
1. “Башҡортостан”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Һин беләһеңме?
Урман бик файҙалы.Йылға, күл буйҙарындағы ағастарҙы ҡырҡырға ярамай. Ҡыуаҡлыҡтар ҡырылып бөтһә,йылғаларҙың һыуы кәмей. Күлдәр кибә. Йылғаларҙы башлап ебәреүсе шишмәләр ҡорой.Урманһыҙ ерҙә дым аҙ була. Йылғаларҙа балыҡтар аҙая. Урманды һаҡлағыҙ, ағастар ултыртығыҙ!
3. Бирелгән һүҙҙәргәэйәлек килеш ялғауҙарын өҫтәп, һүҙбәйләнештәр төҙөргә:
Ҡустым, яҙыусы,уҡыусы, ҡала, Башҡортостан, китап, урам, тәбиғәт, өй, ашхана.
Билет № 6
1. “Беҙҙең мәктәп”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Декабрҙә
Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында уҡбашлана. Күлдәр, йылғалар, быуалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәшел булып ултыра
ар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамайҙар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Сатлама һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм йәнлектәр йылдың ауыр миҙгелен кисерәләр.
3. Мәғәнәләре тап килгән сифаттарҙы һайлап яҙығыҙ.
Тау, ер, һауа, тупраҡ, япраҡ, ялан, урман.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: бейек, ҡара, ҡойолған,киң, йәшел, һөрөлгән, зәңгәр, һары,саф.
Билет № 7
1.“Өфө ҡалаһы ”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Асылыгүл.
Асылыгүл Башҡортостандың Дәүләкән районында, ҡаланан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдең киңлеге – 5, оҙонлоғо 8 километрға етә. Тәрәнлеге 7 метрҙан артмай. Һыуы таҙа, әскелтем тоҙло. Асылыгүл буйы һирәк осрай торған йәнлектәргә һәм үҫемлектәргә бай. Элек уның тирә-яғы ылыҫлы урман булған. Ҡыр ҡаҙҙары ,аҡҡоштар, өйрәктәр көньяҡтан ҡайтҡанда күлгә төшәләр. Асылыгүл – ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы.
3. Ғаилә, апайым һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә.
Билет № 8
1. “Ҡышҡы көн” темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемәитергә.
Урал.
Урал тауы ҡаҙылмабайлыҡтары менән дан тота. Уралда нефть, тимер, баҡыр, алтын күп. Унда мәрмәр,йәшмә, малахит таштары төҙөлөштә киң ҡулланыла. Уралдың ҡыҙыл мәрмәр ташы менән Мәскәүҙәге метро станциялары биҙәлгән. Санкт-Петербургтағы Эрмитаждың бер бүлмәһе Урал малахиты менән эшләнгән.
3. Бирелгән һүҙҙәргә ҡылымдар өҫтәп, һүҙбәйләнештәр яҙырға һәм тәржемә итергә.
Ат, табип, уҡытыусы,һандуғас, ашнаҡсы, эт, шағир, әтәс.
Билет № 9
1. “Аҙыҡ-түлекмагазинында” темаһына диалог төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Яҙ һулышы.
Ҡояш көндән-көннығыраҡ йылыта. Ҡарҙар ирей. Өй түбәләренән, аҙбар ҡыйыҡтарынан тамсылар тама.Тау биттәре асылды. Тәүге бәләкәй йырғанаҡтар күренде.
Тәбиғәт көндән-көнйәнләнә бара. Соҡорҙарҙан шаулап ҡар һыуҙары аға. Тау битләүҙәрендә үләндәрйәшәрә. Тәүге сәскәләр ҡалҡып сыҡты. Сыйырсыҡтар һәм һабан турғайҙары һайрай.Яҙ көнө бөтә нәмә яңынан йәшәй башлай.
3. Бирелгән ҡылымдарҙыбилдәле үткән заманда яҙығыҙ һәм 5 һөйләм төҙөгөҙ:
Барырға, йоҡларға,күрергә, ҡайтып китергә, ял итергә, хушлашырға.
Билет № 10.
1. “Башҡортостан тәбиғәте” темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Йыл миҙгелдәре.
Көҙ, ҡыш, яҙ, йәймиҙгелдәренең иң яҡшыһын һайларға ҡушһалар, быны эшләүе ауыр булыр ине. Сөнкиһәр йыл миҙгеленең үҙенсә матурлығы, яҡшылығы бар.
Ҡыш сана, конькишыуаһың, рәхәтләнеп саңғыла йөрөйһөң. Көҙ айҙары мул уңыш, ҙур байлыҡ килтерә.Яҙ айҙары ҡар иреүе, боҙ китеүе, бөтә тәбиғәттең уяныуы менән күңелле. Йәйкөндәре йылы, матур була. Йәй кешеләргә нығыраҡ оҡшай. Сөнки йәй ял итәһең, һыуинәһең, балыҡ тотаһың.
3. 5 һорау һөйләм төҙөргәһәм яуап бирергә.
Билет № 11
1. “Туҡталышта” темаһына диалог төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Илем – Башҡортостаным.
Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.
Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр –бөтәһе лә бар бында.
Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан тота Башҡортостан.
3. Рәт һандары ҡулланып,5 һөйләм яҙырға.
Билет № 12
1. “Көн тәртибе” темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Һыу – байлыҡ.
Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылға, күлдәргә бик бай.Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар. Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә, һәр квадрат километрға 300 метр ағын һыу тура килә.
Башҡорттар йылға һәмкүлдәр тураһында йырҙар, легендалар ижад иткән.
3. Бирелгән ҡылымдарҙы билдәһеҙ үткән заманға ҡуйып, һөйләмдәр төҙөргә.
Килергә, ашарға, ярҙамитергә, яҙырға, юғалтырға.
Билет № 13
1. “Йәйге каникулда”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Красная книга.
Есть такая книга.Почему она так названа? Красный цвет означает запрет. ”Стоп!” – как бы сигналитона.
О каком же запретеговорится в “Красной книге”? В ней приводится список редких и исчезающих диких животных. На них по всей стране запрещается ловля и охота.
Этот список большой. Внем около 600 названий. Сюда вошли и редкие животные Башҡортостана.
3. Бирелгән һандарҙыдөрөҙ яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә.
11, 69, 365,450, 1774, 2010.
Билет № 14
1. “Минең тыуған көнөм”темаһына текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Янғантау.
Республикабыҙҙың Салауатрайонында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.
Унда ер аҫтынан бертуҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.
Янғантау шифаханаһы янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл буйы 16-18 градус була. Һыуы бик шифалы, төрлө ауырыуҙарҙан дауа.
3. Бирелгән ҡылымдарҙы өс заманға ла ҡуйып яҙырға.
Белергә, һөйләшергә,яратырға, һатып алырга
Билет № 15
1. “Бөйөк башҡорттар”темаһына (һайлап 1 шәхес тураһында) текст төҙөргә.
2. Тексты тәржемә итергә.
Башҡортостан тарихынан.
Башҡортостандың ере бик ҙур, тарихы бик бай. 1557 йылда башҡорт халҡы үҙ теләге менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылған. Шунан башлап башҡорт халҡы урыҫ халҡы менән татыу ғүмер кисерә.
1773-1775 йылдарҙа башҡорт крәҫтиәндәре урыҫ крәҫтиәндәре менән бергә батшаға ҡаршы һуғышҡан. Башҡорт атлы ғәскәрҙәренә Салауат Юлаев етәкселек иткән.
1812 йылда атаҡлы Бородино яланында өс тиҫтәгә яҡын башҡорт полкы һуғышҡан. Улар Парижға ла барып еткәндәр.
3. Бирелгән һүҙҙәрҙеңниндәй килештә тороуын әйтергә һәм тәржемә итергә.
Һауала, китаптан,Стәрлетамаҡҡа, атайым, уҡытыусыны, кешенең.
9 класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса имтихан һорауҙары
§ 1-се билет
1. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Уның төрҙәре.
2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе. Образдар системаһы.
3. Өҙөктән ҡушма һөйләмде табығыҙ, уларҙың нисә һөйләмдән тороуын асыҡлағыҙ.Һөйләмде рус теленә тәржемә итегеҙ.
Бүтән бер ерҙә ләуға ошондай яҡын, ошондай гүзәл, ошондай ҡәҙерле урын юҡтыр инде. Үләндең һәрбөртөгө шифалы еҫ аңҡыта, безләп осҡан һәр бал ҡорто уға сәләм бирә, ҡолаҡтөбөндә шығырлаған һәр япраҡ сер һөйләй.
2-се билет
1. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре.
2. Сәсәндәр ижады.
3. Шиғырҙан өҙөктө тасуири уҡығыҙ, кем яҙғанын билдәләгеҙ. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табығыҙ, уларға синтаксик анализ яһағыҙ.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
3-сө билет
1. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре.
2. Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары.
3. Түбәндәге схемаға ярашлы эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр төҙөгөҙ.
[ … шул ]: ( … ).
( … -гәндә), [ … ].
§ 4-се билет
1. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр.
2. Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлы.
3. Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленә тәржемә итегеҙ.
Кто ищет, тот всегда найдет.
Когда она играла внизу на рояле, я вставал и слушал.
5-се билет
1. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.
2. Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы.
3. Аҡмулланың үҙегеҙгә оҡшаған шиғырын яттан һөйләгеҙ.
6-сы билет
1. Эйә һөйләм.
2. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
3. “Тыуған яғым” темаһына хикәйә төҙөгөҙ.
7-се билет
1. Хәбәр эйәрсән һөйләм.
2. Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы.
3. Тыныш билдәләрен ҡуйып, хәбәр эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм төҙөп яҙығыҙ.
Һеҙгә берҙән-бер теләгем шул. Намыҫлы кеше булараҡ шул.Намыҫлы кеше булараҡ, халыҡҡа хеҙмәтитегеҙ. (Я. Хамматов).
§ 8-се билет
1. Аныҡлаусы һөйләм.
2. Мәжит Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискында” повесы.
3. “Ҡыш та һағындырыр икән!” темаһына хикәйә төҙөгөҙ.
9-сы билет
1. Хәл һөйләмдәр.
2. Байыҡ сәсән.
3. “Тау башында балҡый бер ҡала” темаһына текст төҙөгөҙ.
10-сы билет
1. Тултырыусы һөйләм.
2. Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлы.
3. Ш. Бабичтың үҙеңә оҡшаған шиғырын яттан һөйлә.
11-се билет
1. Ваҡыт, урын һөйләмдәр.
2. Буранбай сәсән.
3. Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ, тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ.
Ҡайҙа ебәрәләр шунда ең һыҙғанып эшләргә тейешһең. Ир барерҙә ил хур булмаҫ. Колонналар утыҙ метр самаһы ҡалғас туҡтанылар.
12-се билет
1. Рәүеш, сәбәп һөйләмдәр.
2. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисаии Йософ” поэмаһы.
3. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен нисек аңлайһың?
Ø Сүп эҙләү
Ø Һүҙ өсөн күршегә инмәй
Ø Сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙыныу
13-сө билет
1. Маҡсат, күләм-дәрәжә һөйләмдәре.
2. Сафуан Яҡшығолов. Тормошо, ижады.
3. Эйәртеүле ҡушма һөйләм төҙөгөҙ:
Ø Үҙең ни саҡлы теләһәң…
Ø Уҡығанда ни тиклем ауыр булһа…
Ø Кешеләргә ни тиклем иғтибарлы булһаң …
14-се билет
1. Шарт, кире һөйләмдәр.
2. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосы.
3. Мәжит Ғафуриҙың берәй шиғырын яттан һөйлә.
15-се билет
1. Тыныш билдәләре. Уларҙың ҡуйылыу осраҡтары.
2. Ҡобағош сәсән.
3. “Ауырыу” һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
11 КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ ӨСӨН
ДӨЙӨМ УРТА МӘКТӘП КУРСЫ БУЙЫНСА
ТУҒАН ТАТАР ТЕЛЕНӘН ИМТИХАН ҺОРАУҘАРЫ
Билет– 1
1. Исем турында төшенчә. Ялгызлык һәм уртаклык исемнәр. Берлек һәм күплек саны.
2. К.Галинең“Кийсаи Йосыф” поэмасы.
3. Исемгәморфологик анализ ясау.
Яртысәгатьтән соң рота, агачлыктан үтеп, ачык жиргә чыкты. (М.Юхма).
Билет –2
1. Сыйфат турында төшенчә.
2. Котб“Хөсрәү вә Ширин”.
3. Исемләшкән сыйфатка морфологик-синтаксик анализ ясау.
- Атлылар очраганда, таптап китмәгез! – дип кычкырдыкемдер. (А.Гыйләжев).
Билет– 3
1. Сан турында төшенчә.
2. С.Сараи“Сөһәйл вә Гөлдерсен”.
3. Санга морфологик анализ ясау.
Унлап ир-ат каяндыр караңгыдан килеп чыктылар.
Билет –4
1. Алмашлык турында төшенчә.
2. Болгар чоры: тарихи һәм мәдәнияте.
3. Алмашлыкка морфологик анализ ясау.
Ул кемнедер шелтәли, кайсыларына йомыш куша. (Р.Батулла).
Билет –5
1. Фигыль турында төшенчә.
2. АлтынУрда: тарихы һәм мәдәнияте.
3. Хикәя фигыльгә морфологик-синтаксик анализ ясау.
Өченчеаучы да сүзгә катнашкан. (Әкият)
Билет –6
1. Рәвеш турында төшенчә.
2. Казан ханлыгы чоры.
3. Рәвешкә морфологик-синтаксик анализ ясау.
Төн караңгылана бара, болытлар куера, көзге вак яңгыр акрын, ләкин туктаусыз сибәли иде. (Г.Ибраһимов).
Билет –7
1. Әйтү максаты ягыннан жөмлә төрләре.
2. XVII йөз әдәбияты.
3. Бар боерык фигыль сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 8
1. Сузык авазлар.
2. XVIII йөз әдәбияте.
3. Яшеллерәк сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 9
1. Тартык авазлар.
2. Г.Кандалый ижаты.
3. Игълан сүзенәтулы фонетик анализ ясау.
Билет– 10
1. Жөмләнең баш кисәкләре.
2. Ш.Мәржәни ижаты.
3. Дус-иш парлы сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 11
1. Жөмләнеңиярчен кисәкләре (аергыч, хәл, тамамлык).
2. М.Акмуллаижаты.
3. Ихтимал модаль сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 12
1. Жыйнак һәм жәенке жөмләләр.
2. К.Насыйри ижаты.
3. Кирәк хәбәрлек сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 13
1. Гадижөмлә.
2. Г.Ибриһимовижаты. “Казакъ кызы” романы.
3. Затланышлы фигыльгә морфологик-синтаксик анализ ясау.
Ташлапчыгып киттем өемне.
Бара-бара уздым июльне. (Р.Әхмәтжанов).
Билет –14
1. Кушма жөмлә.
2. К.Тинчурин ижаты. “Сүнгән йолдызлар” драмасы.
3. Сыйфат фигыльгә морфологик-синтаксик анализ ясау.
Эчтән бөрешә һәм салкыная башлаган жан тагын эри, тагын жылына, әйтеләсе үпкә сүзләр югалып кала. (Ш.Маннур).
Билет –15
1. Жөмләнең тиңдәш кисәкләре.
2. М.Жәлил ижаты. “Моабит дәфтәре” жыентыгы.
3. Исемләшлән сыйфат фигыльгә морфологик анализ ясау.
Бу заман кузгалганга килде форсат (Г.Тукай).
Билет –16
1. Эндәш сүзләр.
2. Г.Тукай ижаты.
3. Барырга инфинитив сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет –17
1. Теркәгеч.
2. Ә.Еники ижаты. “Әйтелмәгән васыять” хикәясе.
3. Исемләшкән санга морфологик-синтаксик анализ ясау.
Сезнең унбишендә язган хатыгызны бүген алып бик шатландым. (А.Расих).
Билет –18
1. Бәйлек.
2. Һ.Такташ ижаты. “Мөхәббәт тәүбәсе” поэмасы.
3. Бармайсыз хикәя фигыль сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 19
1. Кисәкчә.
2. Х.Туфан ижаты. “Кайсыгызның кулы жылы?” шигыренә анализ.
3. Әттәгенәсе ымлык сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет– 20
1. Антонимнар.Синонимнар. Омонимнар.
2. Т.Миңнуллин“Үзебез сайлаган язмыш” драмасы.
3. Карамастан бәйлек сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
9 КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ ӨСӨН
ТӨП УРТА МӘКТӘП КУРСЫ БУЙЫНСА
ТУҒАН ТАТАР ТЕЛЕНӘН ИМТИХАН ҺОРАУҘАРЫ
Билет –1
1. Исем турында төшенчә.
2. Автобиография.
3. Исемгә морфологик-синтаксик анализ.
Әтинең картлыгы житә башлады, ахры. (Г.Бәширов).
Билет –2
1. Фигыльтурында төшенчә.
2. Мәктәбем.
3. Затланышлы фигыльгә морфологик анализ ясау.
- Син минем өчен бер дә оялма, тархан. (Н.Исәнбәт).
Билет – 3
1. Сыйфат турында төшенчә.
2. Ш.Камалның“Буранда” хикәясе.
3. Сыйфатка морфологик анализ ясау.
- Ходай уңайлы урынын насыйп итсен. (М.Фәйзи).
Билет – 4
1. Сантурында төшенчә.
2. Г.Исхакый“Жан Баевич”.
3. Санга морфологик-синтаксик анализ ясау.
Спектакльбетәргә егерме-утыз минут бар әле.
Билет – 5
1. Рәвеш турында төшенчә.
2. М.Әмир“Агыйдел”.
3. Рәвешкәморфологик анализ ясау.
Жир йөзендә сулар бертуктаусыз агалар да агалар.(Н.Фәттах).
Билет – 6
1. Алмашлык турында төшенчә.
2. Минем гаиләм.
3. Алмашлыкка морфологик-синтаксик анализ ясау.
Ул таякны үзенә таба тарта башлады. (М.Гафури).
Билет - 7
1. Жөмлә.Жөмлә төрләре.
2. Ш.Еникеев“Солтангәрәйнең язмышы”.
3. Исемләшкән сыйфат фигыльгә морфологик анализ ясау.
Сөйгәнем килсә яныма,
Шатлык иңәр жаныма. (Ш.Жиһангирова).
Билет –8
1. Сингармонизм законы. Сузыклар. Тартыклар.
2. Х.Туфан ижаты, биграфиясе.
3. Мәктәп сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет –9
1. Синонимнар.Антонимнар. Омонимнар.
2. С. Шакир“Үлемнән көчлерәк”.
3. Бала сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет – 10
1. Сүз төзелеше. Басым.
2. Башкортстан Республикасы. Уфа шәһәре. Башкортстанның үз ирке белән Русия дәүләтенә кушылыуына 450 ел.
3. Үзсүзле ҡушма сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет -11
1. Теркәгечләр.
2. Халык аваз ижаты.
3. Исемләшкән сыйфатка морфологик анализ ясау.
Парсызларның күңелләре моңлы,
Парлыларның гына зары юк. (Р.Ханнанов).
Билет –12
1. Жөмләнең баш кисәкләре.
2. А.Гыйләжев“Жомга көн кич белән”.
3. Сыйфат фигыльгә морфологик анализ ясау.
Монда эчәсе суым эчелеп, йотасы утым йотылып бетмәгән. (М.Кәрим).
Билет –13
1. Жөмләнең иярчен кисәкләре.
2. И.Юзеев“Гашыйклар тавы”.
3. Керү исем фигыль сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет – 14
1. Бәйлекләр.
2. Язучылар ижатында туган телнең чагылышы.
3. Ич кисәкчә сүзенә тулы фонетик анализ ясау.
Билет –15
1. Ымлыклар.
2. Милли бәйрәмнәр.
3. Абау ымлык сүзенә тулы фонетик анализ ясау.